СҮЛТЕ, Илеш р‑нындағы ауыл, Сүлте а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 90 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 569 кеше; 1920 – 714; 1939 – 561; 1959 – 405; 1989 – 347; 2002 – 367; 2010 – 339 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Дөмәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Байлар улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1689 й. алып билдәле (керҙәш мишәрҙәр ултырыу датаһы). 1816 й. тиклем бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. 84 йортта 410 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. Д.Д.Хәсәншин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика