СУХОРЕЧКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Сухоречка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Приют т. юл ст. К. табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 286 кеше; 1920 — 331; 1939 — 320; 1959 — 685; 1989 — 938; 2002 — 855 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй. С. — “Сухореченский” АХПК‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Бәләбәй өйәҙендә Курск губ. күскенселәре Кенәз Тауы исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Сухая Речка, Марьино булараҡ билдәле була. 1865 й. 32 йортта 167 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 50‑се йй. ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика