СУХОПОЛЬ, Архангел р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 229 кеше; 1920 – 320; 1939 – 320; 1959 – 265; 1989 – 166; 2002 – 153; 2010 – 115 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә Гродно губ. килгән белорус күскенселәре Сухопольский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. И.И.Пстыго, Т.А.Саевич ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика