СУХАРЕВКА, Д у р а с о в к а, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Корнеевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Ергән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 709 кеше; 1920 – 664; 1939 – 624; 1959 – 285; 1989 – 206; 2002 – 227; 2010 – 239 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1882 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Сухарева тарафынан 1881 й. ш. уҡ өйәҙҙең Нурдәүләт а. башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә ш. уҡ өйәҙҙәге Покровский а. (хәҙ. Фёдоровка р‑ны Покровка а.) Дурасовтарҙың элекке алпауыт крәҫтиәндәре Сухаревский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 79 йортта 487 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. С.П.Залыгин, А.Я.Крюкова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика