СУСЛОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Суслов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 123 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 445 кеше; 1920 — 471; 1939 — 768; 1959 — 320; 1989 — 584; 2002 — 556 кеше. Урыҫтар йәшәй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһында батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1756 й. алып билдәле. 1795 й. 29 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 61 йортта — 409 кеше. Игенсенлек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, шарап һәм 3 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика