АСАҒОЙРОҠТАР, айырығойроҡтар (Dermaptera), бөжәктәр отряды. Яҡынса 1300 төрө, БР‑ҙа 3 төрө (ябай А., баҡса А., яр буйы А.) билдәле. Тән оҙонлоғо 3,5—5,0 мм. Тәне оҙонса, ялпаҡ йәки бер аҙ ҡабарынҡы. Төҫө ҡыҙғылт көрән, тоноҡ һары, һирәгерәк металл ялтырауыҡлы сағыу. Башы йөрәк формаһында, сәйнәүсе ауыҙ ағзалары алға йүнәлтелгән. Күҙҙәре ҡатмарлы, ярым түңәрәк. Мыйыҡтары оҙон, еп, бау рәүешендә, ҙурлығы һәм формаһы б‑са төрлө булған 10—50 быуынтыҡтан тора. Алғы күкрәге ялпаҡ. Алғы ҡанаттары ҡаты, ҡыҫҡа; артҡылары (йыш ҡына булмай) — ярылы. Аяҡтары ҡыҫҡа, йүгереү өсөн; тәпәйҙәре 3 быуынтыҡлы. Ҡорһағы 10 быуынтыҡлы, оҙонса, ҡайһы ваҡыт яҫы, ҡыҫҡыс һымаҡ церкалы. А. тулы булмаған әүерелеш хас. Йомортҡалары йомро, эллипс формаһында, йомшаҡ ҡабыҡлы, таш йәки ағас ҡайырыһы аҫтына берәмләп йәки өйөмләп һала, ҡайһы бер төрҙәре ерҙә оя яһай. Йомортҡа һәм балағорттарҙы инә бөжәк һаҡлай. Балағорттарҙың тире ҡатламы йомшаҡ, башындағы йөйҙәре асыҡ күренә, ҡыҫҡыстарында тештәр юҡ; 5—6 аҙна үҫәләр. Респ. шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Өлкән заттар ҡышлай. Дым һәм йылы яраталар, йәшерен, йышыраҡ төнгө бөжәктәр. Үҫемлек һәм хайуан ҡалдыҡтары, тупраҡ детриты м‑н туҡланалар, ҡайһы ваҡыт бер‑береһен ашайҙар. А. — баҡса һәм емеш культуралары ҡоротҡостары. Ябай А. үлән беттәренең һанын көйләй.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке