СУСАҘЫ‑ЯБАЛАҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 11 км алыҫлыҡта Ариан й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 497 кеше; 1920 — 475; 1939 — 531; 1959 — 382; 1989 — 362; 2002 — 366 кеше. Мариҙар йәшәй. С.‑Я. — “Дуҫлыҡ” АХПК‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, В.М.Васильев йорт‑музейы бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар(уларһуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала, 1748 й. алып Илтуған (Ябалаҡ) булараҡ  билдәле. Шулай уҡ Сусаҙы, Ябалаҡ, Сусаҙыбаш исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 73 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 117 йортта — 597 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. Васильев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика