СУРТАНЛЫКҮЛ, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Ҡарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 24 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 442 кеше; 1920 — 503; 1939 — 379; 1959 — 277; 1989 — 210; 2002 — 170; 2010 — 129 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1697 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 19 б. уртаһында бында типтәрҙәр килеп ултыра. Исеме гидронимдан алынған. Шулай уҡ Суртанкүл, Иҫке Суртанкүл, Иҫке Сур исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 57 йортта 326 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика