СУРОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ольховое күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 129 кеше; 1920 — 363; 1939 — 328; 1959 — 229; 1989 — 111; 2002 — 121; 2010 — 421 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға, фаразланыуынса, Өфө өйәҙендә Суровтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1802 й. алып билдәле. 1865 й. 32 йортта 153 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.