СУРАШ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 26 км алыҫлыҡта Ҡарға күле (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 177 кеше; 1920 — 278; 1939 — 317; 1959 — 243; 1989 — 181; 2002 — 173; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Өфө өйәҙе Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 9 йортта 56 кеше йәшәгән, 1865 й. 23 йортта — 80 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән. Ғ.Ғ.Аскин ошо ауылда тыуған.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика