СУРАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Солтанбәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 50 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 138 км алыҫлыҡта Көнгәк й. (Сарыс й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 438 кеше; 1920 — 595; 1939 — 385; 1959 — 462; 1989 — 214; 2002 — 256; 2010 — 233 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Солтанбәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Балыҡсы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1717 й. алып билдәле. Башҡорт ихтилалдарын (173540) баҫтырған ваҡытта яндырыла, 19 б. башында яңынан тергеҙелә. 1825 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Бөрө өйәҙе Ҡурас а. (хәҙ. Балтас р‑ны) типтәрҙәре килеп ултыра. 1816 й. 28 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 29 йортта — 185 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. В.К.Сәмиғуллин ошо ауылда тыуған.

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика