СУРАҠАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Шафран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Шафран т. юл ст. Т. табан 4 км алыҫлыҡта Ҡорһаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 533 кеше; 1920 — 623; 1939 — 442; 1959 — 368; 1989 — 507; 2002 — 561 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Халҡы “Солтанов” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы Ташлы а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Сотник Сураҡай Төркәйев исеме м‑н аталған. 1795 й. 15 йортта 85 кеше йәшәгән, 1865 й. С. (Нөркәй) 45 йортта — 298 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән. С.Ғ.Муллабаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика