СУРАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Мәнәүезтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 40 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 216 кеше; 1920 — 313; 1939 — 314; 1959 — 343; 1989 — 210; 2002 — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1743 й. керҙәшлек килешеүе б‑са башҡорттар нигеҙ һала. Шулай уҡ Сура булараҡ теркәлгән. 1795 й. 4 йортта 32 кеше йәшәгән, 1865 й. 30 йортта — 156 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика