СУПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 6 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 629 кеше; 1920 — 800; 1939 — 534; 1959 — 391; 1989 — 169; 2002 — 201 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала. 1795 й. 71 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 58 йортта — 327 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ министрлыҡ мәктәбе, ярма ярғыс, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика