СУМАРА, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 38 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 29 кеше; 1939 — 1079; 1959 — 1066; 1989 – 254; 2002 — 195 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә граф Мордвиновтың ағас бысыу з‑ды асылған ваҡытта нигеҙ һалына, 1911 й. алып Сумара Заводы ҡасаба булараҡ билдәле. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика