СОЛТАНҒОЛ, Н а ҙ ы й ы л ғ а, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 268 кеше; 1920 — 317; 1939 — 241; 1959 — 213; 1989 — 106; 2002 — 117; 2010 — 86 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1738 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Рәхимғол һәм Көсөкбай Солтанғоловтар билдәле. 1795 й. 4 йортта 37 кеше йәшәгән, 1866 й. 49 йортта — 275 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика