СОЛТАНАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ғүмәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Өфө т. юл ст. Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Шемәк й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 700 кеше; 1920 — 1039; 1939 — 622; 1959 — 519; 1989 — 506; 2002 — 510 кеше. Татарҙар йәшәй. С. — «“Маяҡ” ауыл хужалығы производство предприятиеһы» ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 17 б. аҙ. Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Солтанай Тенәков исеме м‑н аталған. Керҙәшлек килешеүе б‑са (фаразланыуынса, 1714 й. йәки 1720 й.) бында мишәрҙәр һәм типтәрҙәр килеп ултырған. 1865 й. 88 йортта 464 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище, һыу тирмәне булған. 1896 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика