СОКОЛОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 247 кеше; 1959 — 232; 1989 — 150; 2002 — 158; 2010 — 160 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Сиркәү бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ кантонында Соколов утары булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 31 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.