СОКОЛОВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Соколовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 320 кеше; 1920 — 233; 1939 — 109; 1959 — 103; 1989 — 374; 2002 — 463; 2010 — 514 кеше. Башҡорттар йәшәй (2012). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1895 й. Бәләбәй өйәҙендә украиндар нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика