СОҠАЛЫ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Янбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 547 кеше; 1920 — 544; 1939 — 565; 1959 — 400; 1989 — 173; 2002 — 163 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй. Халҡы “Мотор” ЯСЙ‑нда эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала, 1711 й. алып Суҡлы исеме м‑н билдәле. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр, 1833 й. типтәрҙәр килеп ултыра. Шулай уҡ Суҡалы булараҡ теркәлгән. 19 б. 1‑се ярт. хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 42 йортта 263 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1894 й. төҙөлгән), 2 тирмән, 2 бакалея кибете иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика