АРХАНГЕЛ БАҠЫР ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ, 1753 й. Нуғай даруғаһы Күрпәс‑Табын улусы Шәке а. башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С. Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1783 й. алып — Е.И.Козицкая, 1824 й. — графиня А.Г.Лаваль, 1851 й. — А.И.Коссаковская, 1886 й. — С.С.Коссаковский, 1889 й. башлап ҡаҙна ҡарамағында. Архангел тау сәнәғәте округына ингән. 1753 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе була, 1857 й. ҡарай — 6 баҡыр иретеү мейесе, гармахер, крица, штыклы һәм 2 шплейзофен горны, 4 һыу тәгәрмәсе. Заводҡа 7 рудник ҡарай. 18 б. аҙ. А.б.и.з. яҡынса 67 мең дисәтинә ер биләй. 1772 й. заводта 454 крепостной крәҫтиән иҫәпләнә, 19 б. уртаһына ҡарай — 1465 (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре). Эшләү дәүерендә яҡынса 1,1 млн бот баҡыр иретелә; уртаса етештереүсәнлек — йылына 10 мең бот, макс. — 17,4 мең бот (1865). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында завод яндырыла, крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө баш күтәреүселәр яғына сыға. 1776 й. тергеҙелә. 1860 й. А.б.и.з. сыуалыштар була (яҡынса 450 кеше ҡатнаша), эш хаҡын арттырыу, завод адм. башбаштаҡлыҡтарын бөтөрөү талаптары ҡуйыла. 1891 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1892 й.) завод ябыла (яна). Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Архангел р‑нының ш. уҡ исемдәге ауылы урынлашҡан.

З.И.Гудкова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке