СОҠАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Яңы Балаҡатай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 6 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Ярышйылға й. (Әй й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 281 кеше; 1920 — 573; 1939 — 386; 1959 — 373; 1989 — 268; 2002 — 302 кеше. Урыҫтар йәшәй. Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1855 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1888 й.) Златоуст өйәҙендә Пермь губ. күскенселәр һәм ш. уҡ өйәҙҙең Ямаш һәм Нөгөш аа. кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 35 йортта 224 кеше йәшәгән. Ғибәҙәтхана, часовня, 6 тимерлек булған. 1906 й. ғибәҙәтхана, грамота мәктәбе, 2 тимерлек теркәлгән.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика