СОҠАҘЫТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы‑Ғөбәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 41 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 35 км алыҫлыҡта Соҡаҙы й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1184 кеше; 1920 — 1285; 1939 — 1146; 1959 — 739; 1989 — 376; 2002 — 351 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы И.В.Мичурин ис. АХПК‑ла эшләй. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 15 йортта 111 кеше йәшәгән, 1865 й. 121 йортта — 680 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, ағас эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика