СОҠАҘЫБАШ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Соҡаҙыбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 49 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 24 км алыҫлыҡта Соҡаҙы й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1084 кеше; 1920 — 1283; 1939 — 997; 1959 — 683; 1989 — 379; 2002 — 361; 2010 — 359 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡарамалы- Ғөбәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡобау улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1756 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған). 19 б. 1‑се ярт. ш. уҡ мишәрҙәр теркәлгән. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 18 йортта 59 кеше йәшәгән, 1865 й. 84 йортта — 464 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика