СОБХАНҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Собханғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 2114 кеше; 1989 — 5410; 2002 — 5663 кеше. Татарҙар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй. Халҡы “Уралсибнефтепровод” ААЙ‑нда эшләй. ПУ, урта мәктәп, 4 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. Собханғол а. ситендә нефтте һурҙырып бушатыу станцияһы базаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1963 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба (1963—2004 йй. Туймазы ҡ. составында), 2005 й. хәҙ статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика