СМАҠАЙ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (18 йортта 85 кеше иҫәпкә алынған). Шулай уҡ Исмаҡай исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 55 йортта 252 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 418 кеше; 1920 — 508; 1939 — 595 кеше. Ә.А.Хәмиҙуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика