СМАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 247 кеше; 1920 — 257; 1939 — 251; 1959 — 290; 1989 — 536; 2002 — 478; 2010 — 444 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, Д.М.Бүләков музейы, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 40‑сы йй. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Смаҡ Ҡасаев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Берек, Алама (Смаҡ)‑Тамъян, Тамъян исемдәре м‑н билдәле. 1795 й. 29 йортта 208 кеше йәшәгән, 1865 й. 39 йортта — 193 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. һыу тирмәне, борам м‑н сығыу урыны, мөгәзәй теркәлгән. М.Ғ.Смаҡов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика