СКОБЕЛЕВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Малиновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 14 км һәм Аксаков т. юл ст. К.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 173 кеше; 1920 — 141; 1939 — 113; 1959 — 70; 1989 — 100; 2002 — 114 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы “Малиновка” АХПК‑нда, Бәләбәй ҡ. пр‑тиеларында эшләй.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә Яңы Скобелевка исеме м‑н нигеҙ һалына. 1896 й. 35 йортта 204 кеше йәшәгән. 1906 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 2005 й. С. ауылына 20 б. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Мәләүез разъезы ҡасабаһы ҡушылған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика