СКВОРЧИХА, Ҡ о л о н, Ишембай р‑нындағы ауыл, Скворчиха а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Юрғаш й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1020 кеше; 1920 — 1309; 1939 — 1539; 1959 — 687; 1989 — 489; 2002 — 441; 2010 — 459 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Верхотор заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. Исеме идарасы Скворцов (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, алпауыт Т.О.Скворцова) фамилияһынан алынған. Шулай уҡ Алаҡолан (гидронимдан) исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 181 йортта 692 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, күмер яндырыу м‑н шөғөлләнгәндәр, заводтарҙа эшләгәндәр. Часовня, училище булған. 1906 й. часовня, земство мәктәбе, бакалея кибете, тирмән, мөгәзәй теркәлгән. Н.П.Мурахтина ошо ауылда тыуған.

Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика