СИХОНКИН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡабаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта Иштиле й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1115 кеше; 1920 — 1379; 1939 — 1531; 1959 — 1266; 1989 — 806; 2002 — 896 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Халҡы “Артемида” ЯСЙ‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1761 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Мең улусы Муса а. (хәҙ. Иҫке Муса а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. С. (Алмантай) 84 йортта 560 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, ағас әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1864 й. төҙөлгән) булған. 1896 й. С. (Һыуыҡшишмә, Алмантай) исеме м‑н билдәләнгән. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика