АРХАНГЕЛ, Скимка, ауыл, Архангел р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Архангел а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 100 км һәм Приуралье т. юл ст. К. табан 6 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 2,7; 1920 — 3,2; 1939 — 5,3; 1959 — 4,9; 1989 — 5,2; 2002 — 5,6; 2010 — 5,8. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). ПУ, 2 урта мәктәп (ш. иҫ. Архангел урта мәктәбе №1), 2 балалар баҡсаһы, балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады йорто, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (халыҡ акад. хоры), балалар китапханаһы, сиркәү, мәсет бар.

18 б. уртаһында Архангел баҡыр иретеү заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. 339 йортта 2061 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. Сиркәү (1789 й. төҙөлгән), училище булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. сиркәү, 2 земство мәктәбе, 2 туғын яһау оҫтаханаһы, 2 һыу тирмәне, шарап, 2 һыра, 10 бакалея һәм 3 мануфактура кибете, мөгәзәй, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, халыҡ аудиторияһы, ваҡытлыса тотоу камераһы, стан приставы һәм полиция һаҡсыһы штаб‑квартираһы, почта бүлексәһе теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ билдәләнгән. В.В.Булавкин, И.А.Киселёв, Г.Г.Лободин ошо ауылда тыуған.

М.Ф.Хисмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018