СИРӘШТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 33 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 85 кеше; 1920 — 119; 1939 — 137; 1959 — 178; 1989 — 143; 2002 — 146; 2010 — 132 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә, фаразланыуынса, ш. уҡ өйәҙҙең Урсай‑Йәнәби а. (хәҙ. Йәнәби- Урсай а.) кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика