СИРЕҒОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байдәүләт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Оло Һү__рәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 233 кеше; 1920 — 240; 1939 — 446; 1959 — 422; 1989 — 388; 2002 — 373; 2010 — 306 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ибрай урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Ҡарасәй” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Тирәкле а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улдары Сәғит һәм Мыйыҡ Сиреғоловтар билдәле. Шулай уҡ Сереғол исеме м‑н иҫәпкә алынған. 1795 й. 10 йортта 93 кеше йәшәгән, 1866 й. 31 йортта — 143 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1921 й. бында сыуаштар килеп ултырған; Башҡ. Сиреғоло һәм Сыуаш Сиреғоло аа. теркәлгән, улар 70‑се йй. башынан хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика