СИРБАЙ, Сәмер, Сатай, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Алйылға й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 404 кеше; 1920 — 391; 1939 — 351; 1959 — 266; 1989 — 204; 2002 — 200 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Зәки Вәлиди” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сәмер (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Шәмекәй һәм Тажетдин Сәмеровтар билдәле) исеме м‑н нигеҙ һала. 1841 й. бында ш. уҡ даруғаның Аҙнабай а. башҡорттары килеп ултыра, бынан һуң ауыл хәҙ. исеме (ауыл кешеләренең береһе Сирбай Ҡарабашев исеменән) м‑н теркәлә башлай. Шулай уҡ Күмәй‑Сәмер, Самауыр булараҡ билдәле. 1865 й. 41 йортта 214 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1895 й. төҙөлгән), 2 бакалея кибете теркәлгән. С. эргәһендәге ҡара көртмәле популяциялары — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика