СИПАЙЛОВ, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. аҙ. алып Черниковка ҡасабаһы эсендә (ҡара: Черниковск). Ауылға Өфө өйәҙендә Гладышевтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1701 й. башлап Гладышев булараҡ билдәле. 1795 й. алып Ырымбур батальоны адъютанты А.Д.Дуров, 1827 й. — титулярный советник И.И.Шильников, 1843 й. — М.Д.Сипайлов (ҡара: Сипайловтар) идара иткән. Шулай уҡ Дуров, Загорный, Приют исемдәре м‑н билдәле. 1865 й. башлап С. булараҡ теркәлгән, 11 йортта 77 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Халҡы: 1906 й. — 156 кеше; 1920 — 235 кеше. 1933 й. Өфө р‑нының Сипайлов а/с составына ингән. Хәҙ. Өфөнөң Октябрь р‑ны терр‑яһы (Двина, Кисловодск, Кулундин, Ҡурған, Станиславский, Фабрика, Шаумян урамдары).

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика