СИЛӘБЕЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Калегин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 91 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 230 кеше; 1920 — 225; 1939 — 213; 1959 — 209; 1989 — 117; 2002 — 121 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Халҡы “Стимул” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1680 й. алып билдәле. 1865 й. 25 йортта 138 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика