СИЛАСАУ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 96 км алыҫлыҡта Нарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 555 кеше; 1920 — 740; 1939 — 611; 1959 — 605; 1989 — 379; 2002 — 337 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы В.И.Ленин ис. крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһында эшләй. Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 19 б. башында керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп ултыра. Шулай уҡ Силәү, Силәс, Силәсәү булараҡ теркәлгән. 1865 й. 42 йортта 396 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, ҡап тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика