СИЛАНТЬЕВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Силантьев а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 9 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 102 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1081 кеше; 1920 — 1237; 1939 — 1055; 1959 — 559; 1989 — 520; 2002 — 605; 2010 — 677 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә удел крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, 1802 й. алып билдәле. 1865 й. 113 йортта 665 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, һыу тирмәне, күн һәм 9 май һығыу з‑ды булған. Шулай уҡ Новосёлов, Новосёлка исемдәре м‑н теркәлгән. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, 7 май һығыу з‑ды, 2 тимерлек, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика