CИҘӘШ‑НУҒАЙ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш‑Битулла а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 51 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 100 км алыҫлыҡта Үреш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 320 кеше; 1920 — 990; 1939 — 725; 1959 — 596; 1989 — 228; 2002 — 111 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Нуғай исеме м‑н билдәле. 1795 й. тиклем бында керҙәшлек килешеүе б‑са мари типтәрҙәре урынлаша, килешеү ваҡыты үтеү м‑н улар С.‑Н. күсеп китә. 18 б. аҙ. алып Сиҙәш исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 18 йортта 107 кеше йәшәгән (башҡорттар ғына иҫәпкә алынған), 1865 й. 60 йортта — 504 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика