СИҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үрге Һөйән а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 60 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 105 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 90 кеше; 1920 — 81; 1939 — 111; 1959 — 606; 1989 — 395; 2002 — 299 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә, фараз ителеүенсә, ш. уҡ өйәҙҙең Сиҙәш а. (хәҙ. Сиҙәш‑Нуғай а.) кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 12 йортта 65 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика