СИҘӘМ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Сиҙәм а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 58 км алыҫлыҡта Оло Урғаҙа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 734 кеше; 1989 — 1176; 2002 — 1175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Хәйбулла” ААЙ‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар муз. мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1954—56 йй. сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү ваҡытында Сиҙәм ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика