АРХАНГЕЛ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Табын а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 974 кеше; 1939 — 790; 1959 — 392; 1989 — 141; 2002 — 198; 2010 — 145 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә нигеҙ һалына. 1920 й. Архангелка исеме м‑н теркәлгән, 50‑се йй. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.