СИҘӘКБАШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 9 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Сиҙәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 737 кеше; 1920 — 721; 1939 — 706; 1959 — 509; 1989 — 397; 2002 — 474 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Халҡы С.М.Киров ис. АХПК‑ла эшләй. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1788 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бәләбәй өйәҙе Күл‑Иле‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә сыуаштар нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. Шулай уҡ Яковлев (тәүге төпләнеүсе Яков Яковлев исеменән), Сиҙәкбаш‑Яковлев исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 196 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 401 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне һәм 2 тирмән‑болғауыс булған. 1906 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика