СӘЙРӘН, Туймазы р‑нындағы ауыл, Сәйрән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 42 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 720 кеше; 1920 – 948; 1939 – 1191; 1959 – 869; 1989 – 604; 2002 – 592 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. С. – “Сәйрән” АХП ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 17 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡобау улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, тип фараз ителә. Башҡорттар м‑н бергә яһаҡлы татарҙар йәшәгән. 1795 й. 18 йортта 103 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 58 йортта – 376 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, балта эштәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.М.Ғәниев, Ә.М.Гәрәев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика