СӘҒИТ, Ҡ а л т а й, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Маҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 88 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 403 кеше; 1939 – 246; 1959 – 237; 1989 – 298; 2002 – 353; 2010 – 329 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1900 й. һәм 1908 й. араһында Орск өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Мәмбәт а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Сәғит Ҡәйепов исеме м‑н аталған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика