СӘҒИТ, Б и ш ө й л ө, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 92 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 314 кеше; 1920 – 371; 1939 – 383; 1959 – 377; 1989 – 296; 2002 – 302; 2010 – 243 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Байым урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Байыш а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Старшина ярҙамсыһы Сәғит Кинзин исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Кинйә, Бишә(ү)ле, Бишауыҙ исемдәре м‑н билдәле булған. 1866 й. 43 йортта 153 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. Б.Ә.Йомалин ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика