СЕРАФИМОВ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Серафимов а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 7757 кеше; 1989 – 9789; 2002 – 10340 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй. Халҡы “Серафимов мамығы” Ғилми‑производство үҙәге ЯСЙ‑нда, Октябрьский нефть һәм газ сығарыу идаралығында (ҡара: “Октябрьскнефть”) эшләй. 2 урта һәм музыка мәктәптәре, 4 балалар баҡсаһы, йорт‑интернат, участка дауаханаһы, Техника йорто, 2 китапхана, сиркәү, 2 мәсет бар. Ауылға 1949 й. Серафимовка нефть ятҡылығын эшкәртеүгә бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1952 й. Покровка (1912 й. алып билдәле) һәм Соловьёвка (20‑се йй. нигеҙ һалына) аа. м‑н ҡушылғандан һуң ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә. В.Ә.Байков ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика