СЕМИЛЕТКА, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Семилетка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 427 кеше; 1989 – 3689; 2002 – 4155 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Саҡмағошнефть” НГДУ‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (татар халыҡ театры), китапхана бар.

Ауылға 1956 й. Саҡмағош р‑нында Маншыр нефть ятҡылығын эшкәртеүгә бәйле Ҡыҙыл Аташ ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1959 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1963 й. ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика