СЕМЁНОВКА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Семёновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 790 кеше; 1939 – 223; 1959 – 586; 1989 – 456; 2002 – 354 кеше. Башҡорттар йәшәй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1912—13 йй. Орск өйәҙендә Көньяҡ Урал тау сәнәғәте акционерҙар йәмәғәте тарафынан баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе башлауға бәйле Семёновка руднигы ҡасабаһы (тәүге документтарҙы әҙерләгән геологтың фамилияһы б‑са аталған) булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Юшатау исеме м‑н билдәле булған. 80‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. А.К.Тимеров ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика