СЕМЁНКИН, У я л, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Иҫке Йәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 41 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 327 кеше; 1920 — 287; 1939 — 248; 1959 — 232; 1989 — 175; 2002 — 128; 2010 — 109 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бөрө өйәҙендә мариҙар (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 19 б. аҙ. ш. уҡ өйәҙҙең Аҡтуған а. кешеләре) нигеҙ һала. 1896 й. 40 йортта 260 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика